+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
29 Апреля 2022, 07:50

«Бала саҡ навигаторы»

«Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү» федераль проектына ярашлы, Башҡортостанда «Бала саҡ навигаторы 2.0» Бөтә Рәсәй конкурсы тормошҡа ашырыла.

Был бәйге «Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәте» менән берлектә юғары квалификациялы кадрҙар резервы белгестәрен әҙерләү маҡсатында ойошторола. Былтыр ул илдең 21 төбәгендә эшләһә, быйыл иһә төбәктәр һаны тағы ла артҡан. Улар иҫәбендә Башҡортостан да бар.

-"Бала саҡ навигаторы» — Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы һәм «Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәте» ойошторған асыҡ конкурс. Ул тәрбиәүи эштәр һәм балалар ойошмалары буйынса мәктәп директорҙарының кәңәшсеһе булырлыҡ кандидаттарҙы һайларға булышлыҡ итә. Республикабыҙҙа былай ҙа тәрбиәүи юҫыҡҡа күп иғтибар бүленә, шулай уҡ этно мәҙәни компонент та иҫәпкә алына. Беҙҙең педагогтар конкурсҡа әүҙем ҡушылырҙар, тигән өмөттәбеҙ, — тип белдергән Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

«Бала саҡ навигаторы»нда ҡатнашыр өсөн сайттағы шәхси кабинетта анкета, ҡатнашыусы портфолиоһын тултырырға, тест һәм әңгәмә үтергә кәрәк буласаҡ. Заявкалар 13 майға тиклем ҡабул ителә.

Фото: s28009.edu

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас