+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
30 Апрель 2022, 07:32

Учалылағы Әүлиә шишмәһе

Учалы районындағы Әүлиә шишмәһе тураһында легендалар йөрөй. Уның һыуын хатта Ғәрәбстандағы зәм-зәм һыуы менән сағыштыралар.

Учалылағы Әүлиә шишмәһеУчалылағы Әүлиә шишмәһе
Учалылағы Әүлиә шишмәһе

Әүлиә шишмәһе Иҫке Байрамғол ауылынан йыраҡ түгел Ауыштау итәгендә урынлашҡан. Унда йыл һайын Башҡортостандан ғына түгел, сит яҡтарҙан да күпләп халыҡ килә. Изге һыуын дауа өсөн алып ҡайталар. Әүлиә шишмәһе һыуының һаулыҡ өсөн файҙалы булыуын лаборатор тикшереүҙәр ҙә иҫбатлаған: унда минералдар һәм химик матдәләр бар. Элек был шишмә һыуын дарыу урынына ҡалаҡлап ҡына эскәндәр. Әле бер кешегә биш литр алып ҡайтырға мөмкин. 

Ауыштауҙың башында Әүлиәнең һәм уның ике юлдашының ҡәберҙәре лә бар.

Әлеге ваҡытта шифалы һыулы инеш урғыла башлаған, тиҙәр. Бындай иҫтәлекле урынды ниcек барып күрмәҫкә лә шифалы һыуынан ауыҙ итмәҫкә?

Фото: uchaly-biblioteka.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас