+28 °С
Облачно
VKOKМакс

Төньяҡ флот делегацияһы - Өфөлә

  Бөгөн Өфөгә командир урынбаҫары контр-адмирал Игорь Курочкин етәкселегендә Төньяҡ флот делегацияһынан торған ҡунаҡтар килде.

Төньяҡ флот делегацияһы - ӨфөләТөньяҡ флот делегацияһы - Өфөлә
Төньяҡ флот делегацияһы - Өфөлә

Уларҙы «Өфө» Халыҡ-ара аэропортында Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук һәм Ҡораллы Көстәр вәкилдәре ҡаршы алды. Милли кейемдәге башҡорт һылыуҙары моряктарҙы ҡурай моңо аҫтында ҡымыҙ һәм сәс-сәк менән һыйланы.

-Йылы ҡаршы алыуҙары өсөн рәхмәтлемен. Башҡорт еренә тәүге тапҡыр аяҡ баҫыуым. Өс көн эсендә беҙгә төбәк етәкселәре менән осрашырға, уҡыу йорттарында булырға, хеҙмәткә алынасаҡ йәштәрҙе күрергә кәрәк буласаҡ. Төньяҡ флотта һеҙҙең яҡташтарығыҙҙың да хеҙмәт итеүе сер түгел. Улар ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәй. Был осрашыу һөҙөмтәле булыр тигән өмөттәбеҙ. Башҡортостан вәкилдәрен дә, Хәрби-диңгеҙ флоты көнөндә, Североморскиға саҡырырға ниәтләйбеҙ.

Беҙҙең менән бергә шулай уҡ Төньяҡ флоттың «К-21» хоккей командаһы ла килде. Улар бында дуҫлыҡ матчында ҡатнашасаҡ, кем белә, бәлки, киләсәктә был йолаға әйләнеп, яңы бейеклектәрҙең башланғысы ла булыр әле, - тип белдерҙе Игорь Курочкин.

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас