

Ҡунаҡтарҙы лицей майҙанынан уҡ кадет синыфында уҡыған ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡаршы алды. Уларҙы белем усағы менән таныштырҙылар, биология, интерактив, физика, астрономия кабинеттарын, бассейнды күрһәттеләр. Уҡыусылар контр-адмиралға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Аҙаҡ яуаптар алып ҡыуанды.
Игорь Курочкин Өфөгә беренсегә килеүен, баш ҡалабыҙҙы ныҡ оҡшатыуын белдерҙе.
Фото:bashgazet.ru