

Гильзаға ер һалыу буйынса иң һуңғы акция геройҙың тыуған ере – Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында үтте. Был 1 майҙа башлаған “Тупраҡ хәтере” марафонының йомғаҡлау өлөшө булды. Бөгөн гильзаны тантаналы рәүештә хәрби техника оҙатыуында Өфөгә алып килделәр.
96 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйес Рәхим улы Әбдрәшитов сарала ҡатнашыусыларҙы Бөйөк Еңеү менән ҡотлап, генерал Шайморатовҡа һәйкәл – республиканың фашизмға ҡаршы көрәштә ғүмерҙәрен биргән барлыҡ яугирҙәренә хөрмәт билдәһе, тип билдәләне. Рәйес Рәхим улы Луганскиҙан алып киленгән бер ус тупраҡты гильзаға һалды. Унан һуң гильза буласаҡ һәйкәл нигеҙенә төшөрөлдө.
Төҙөүселәр скульптура композицияһының нигеҙен, шулай уҡ беренсе колоннаны ҡуйыу өсөн нигеҙҙе әҙерләгән дә инде. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәлде асыу ошо йылдың 11 октябренә, Республика көнөнә, билдәләнгән.
Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru