

Башҡортостан төрлө типтағы балалар лагеры һаны буйынса Волга буйы федераль округы субъекттары араһында икенсе урынды биләй. Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
2022 йылда балаларҙы һауыҡтырыу һәм йәйге ялын ойоштороу өсөн республика ҡаҙнаһынан 1 миллиард 798 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Лагерҙарҙа "Хәүефһеҙ юлдар", "Йәш спецназдар", Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса "Йәйләү" кеүек төрлө профилле сменалар эшләйәсәк. Бассейн һәм һыу инеү урындары булған 19 көндөҙгө лагерҙа балаларҙы йөҙөргә өйрәтеү программаһы тормошҡа ашырыласаҡ.
Быйыл да, башҡа йылдарҙағы кеүек, республикала ата-әсәләр өсөн балаларҙың ҡала яны көндөҙгө лагерҙары юлламаһының күпмелер хаҡын кире ҡайтарып алыу мөмкинлеге буласаҡ.
Фото: abatskinfo.ru