+28 °С
Облачно
VKOKМакс

Генерал Шайморатовҡа бюст ҡуйылды

Луганск Халыҡ Республикаһында урынлашҡан Штеровка ауылында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа арналаған мемориаль комплекс булдырылды.

Унда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирының бюсы урынлаштырылған. Халыҡ батыры командир папахаһында һынландырылған. Миңлеғәле Минһажетдин улы 1943 йылдың 23 февралендә Петровское ҡалаһы һәм Штеровка ауылдары араһындағы ҡалҡыулыҡта һәләк була. «Ул ил азатлығы өсөн йәнен фиҙа ҡыла. Шайморатов — Башҡортостан һәм Луганск халҡы өсөн уртаҡ герой. Ул беҙҙе берләштереп тора», — ти Хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов.

Сығанаҡ: yuldash

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас