

Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы тура эфирҙа Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов белдерҙе.
— Туризм буйынса федераль агентлыҡ республикабыҙға мәктәп туризмын үҫтереү өсөн субсидия бүләсәк. Турҙар V – IX синыф уҡыусылары өсөн ойошторола, ул быйыл июндән башланасаҡ. Балаларҙы Башҡортостан буйлап бай программалы, мауыҡтырғыс сәйәхәттәр көтә, — тине ул.
Фото: eanews.ru