+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Бер миллион һум аҡса тапҡандар

Дуҫтар, аҡса тапһағыҙ, ни эшләр инегеҙ? Киров өлкәһенең бер ҡалаһында малайҙар 1 миллион һум аҡса ятҡан сумка тапҡан.

Хаҡлы ялдағы ир сумкаһын автомобиль өҫтөнә ҡуйып торған да иғтибарһыҙлығы арҡаһында онотоп ҡалдырған. Быны күреп ҡалған 11, 12 йәшлек малайҙар аҡсаны, полиция бүлегенә алып барған. Хоҡуҡ һаҡсылары хужаны табып, аҡса табылыуы тураһында хәбәр иткәс, ул бик ҡыуанған, балаларға рәхмәтен белдергән. Әле дөрөҫ ҡарар ҡабул итеп, табылған аҡсаны полицияға илтеп тапшырғандары өсөн уҡыусыларҙы дәртләндереү мәсьәләһе хәл ителә.

Фото: yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас