+16 °С
Облачно
VKOKTelegram

«Музейҙар төнө»нә рәхим итегеҙ!

Бөгөн киске сәғәт алтыла быйылғы йылдың киң күләмле сараларының береһе булған «Музейҙар төнө — 2022» башлана. Башҡортостан музейҙары был Бөтә Рәсәй акцияһында ун икенсе тапҡыр ҡатнаша.

«Музейҙар төнө — 2022»лә ҡыҙыҡлы яңы экспозициялар асыласаҡ, күргәҙмә-йәрминкәләр, оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк, тематик экскурсия, балалар өсөн мауыҡтырғыс квест, уйындар, концерт ойоштороласаҡ.

Акцияла төбәктең 100-ҙән ашыу музейы һәм мәҙәниәт учреждениелары ҡатнаша, улар араһында  дәүләт һәм муниципаль, мәҙәни-ял итеү учреждениелары, корпоратив һәм шәхси музейҙар, Почта музейы, «Интеллектус» мауыҡтырғыс фәндәр йорто, «Рәсәй — минең тарихым» тарихи паркы, «Болоттар» заманса сәнғәт үҙәге, Өфө художество галереяһы, «Мираҫ», «X-MAX» галереялары ла бар.

Республикала — барлығы 90, баш ҡалабыҙҙа 19 майҙансыҡ эшләйәсәк.

Өфөлә акция барышында Башҡортостандың Милли музейынан алып (Совет урамы, 14) «Интеллектус» мауыҡтырғыс фәндәр йортона тиклем (Софья Перовская урамы, 52/2) сәғәт һайын бушлай автобустар йөрөйәсәк.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Фото: kulturarb.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас