+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрамдарға саҡырабыҙ!

1 июнь – Балаларҙы яҡлау көнөндә Өфөлә, йылдағыса, матур, күңелле саралар ойоштороу күҙаллана.

Был көндө «Вся Уфа» телеканалында сәғәт 11-ҙән алып 14-кә тиклем тура эфирҙа «Өфө – бала саҡтың баш ҡалаһы» телемарафоны үтәсәк. Бында өлкәндәр менән бер рәттән балаларҙың да сығышы көтөлә.

Бынан тыш, Өфөнөң бөтә райондарында ла балалар һәм атай-әсәйҙәр өсөн концерттар ойошторола, күңел асыу, уйын майҙансыҡтары эшләйәсәк.

Мәҫәлән, Киров районындағы Рауил Бикбаев паркында халыҡ-ара берҙәмлеккә арналған «Ер йөҙөндәге балалар дуҫлығы» байрам үтәсәк.

Ленин районындағы «Тулҡын» паркында һынлы сәнғәт темаһына арналған «Беҙ йәшәгән йорт» исемле байрам ойошторола.

Октябрь районындағы Ғафури паркында «Адрес: Бала саҡ.ru» тигән балалар һабантуйы көтөлә. Бында төрлө спорт ярыштары үтәсәк, шулай уҡ «Ҡашҡаҙан»да пляж волейболы буйынса турнир ойошторола.

Орджоникидзе районындағы «Еңеү» паркында Бөйөк Ватан һуғышына арналған «Һуғыш географияһы» тип исемләнгән квеста ҡатнаша алаһығыҙ.

Ә Совет районындағы Якутов исемендәге паркта ланшафт дизайны һәм кесе архитектура формалары буйынса макеттар күргәҙмәһе, костюмдар күрһәтеү, шоу-программаға ҡоролған уйындар үтә.

Дим биҫтәһендәге «Орион» скверында музыкаға арналған «Сағыу төҫтәрҙәге ҡала» йәштәр фестивале ойошторола.

Калинин районындағы «Беренсе май» паркында «Бәхетле бала саҡ биләмәһе» байрамының шаһиты була алаһығыҙ. Бында «Гефест» техник үҙәге ижадының интерактив күргәҙмәһе менән танышыу мөмкинлеге бар.

Ул ғына ла түгел, Өфө балалар филармонияһы, ҡала мәҙәниәт үҙәге, үҙәкләштерелгән балалар китапханалары, «Башҡортостан» концерт залы бай йөкмәткеле тамашалар, концерттар,ҡыҙыҡлы саралар әҙерләй.

Фото: igis.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: