

Унда Рәсәй Федерацияһының спорт министры Олег Матыцин, Дәүләт Думаһының физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Дмитрий Свищев, Рәсәйҙең Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков саҡырылған.
Тантананы билдәле тележурналист Дмитрий Губерниев алып барасаҡ.
Сара барышында Спартакиада программаһына ингән 47 спорт төрө буйынса спортсыларҙың тантаналы парады уҙасаҡ, шулай уҡ төҙөлөп ятҡан Көрәш үҙәген презентациялау ҙа була.
Әйткәндәй, Рәсәй уҡыусыларының XI йәйге Спартакиадаһы 25 майҙан алып 11 сентябргә тиклем үтәсәк. Ярыштарҙа 47 спорт төрө буйынса 494 миҙал тапшырыласаҡ.