+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә — «1000 велосипедсы көнө»

29 майҙа Өфөлә «1000 велосипедсы көнө» үткәрелә. Ул быйыл ун беренсе тапҡыр ойошторола. Был хаҡта Хөкүмәт кәңәшмәһендә баш ҡалабыҙҙың физкультура һәм спорт буйынса муниципаль идаралығы етәксеһе Егор Сорокин белдерҙе.

Ҡатнашыусылар ҡала Советы янына иртәнге сәғәт туғыҙға йыйыла, ун беренсе яртыла старт бирелә. Финиш — Салауат Юлаев майҙанында. Артабан ҡала фестивале ойоштороласаҡ.

Ҡатнашыу бушлай, номер алыр өсөн теркәлеү үтергә кәрәк.

Фото: ngs.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: