+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау сыңланы

Башҡортостандың Премьер-министры Андрей Назаров бөгөн Өфөләге 5-се лицейҙа «Һуңғы ҡыңғырау» байрамында ҡатнашты.

— Үҙемдең мәктәп йылдарым, тәүге уҡытыусым, бөгөнгө ун беренселәр һымаҡ, өлкәндәрҙең өгөт-нәсихәтен, теләктәрен тыңлап торған сағым иҫкә төштө. Был, ысынлап та, ғүмерҙең мәңге онотолмай торған алтын миҙгеле. Һәр берегеҙҙең хыялдарығыҙға табан ҡыйыу юлдар ярып атлауығыҙҙы, ҙур тормош юлында лайыҡлы кешеләр булыуығыҙҙы теләйем. Бәхетле булығыҙ, балалар! — тип өндәште ул сығарылыш синыф уҡыусыларына.

Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостанда йәшәүсе 17 меңгә яҡын ҡыҙ һәм егет өсөн мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырауҙар сыңланы.

Фото: rbsmi.ru

Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау сыңланы
Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау сыңланы
Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау сыңланы
Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау сыңланы
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: