+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Стандартлаштырыу буйынса йәштәр олимпиадаһының финалы үтә

Бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университетында мәктәп уҡыусылары өсөн Стандартлаштырыу буйынса йәштәр олимпиадаһының финалы үтә.

Стандартлаштырыу буйынса йәштәр олимпиадаһының финалы үтә
Стандартлаштырыу буйынса йәштәр олимпиадаһының финалы үтә

Сараны Метрология һәм техник көйләү федераль агентлығы (Росстандарт), Башҡортостан Республикаһынын Мәғариф һәм фән, инновация, энергетика һәм сәнәғәт министрлығы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт агентлығы ойоштора. 

Бер ай дауамында жюри ағзалары 13 - 18 йәшлек уҡыусыларҙың "Стандарттар ни өсөн кәрәк?" тигән темаға яҙылған эсселарын, анкеталарын тикшерҙе һәм баһаланы. Конкурсҡа барлығы 230 эш ҡабул ителгән. Һайлап алыу турын 75-е үткән, ә финалда 35 уҡыусы ҡатнаша.

Финалистар араһында Һарытау, Томск, Һамар, Амур, Кемерово, Төмән өлкәләренән, Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан республикаларынан, Ямал-Ненец автономлы округынан,  Севостополь ҡалаһынан һәм башҡа төбәктәрҙән уҡыусылар бар.

Башҡортостан данын Өфөнөң мәктәп, лицей, гимназия уҡыусылары яҡлаясаҡ. Һөҙөмтәләргә ҡарап, август айында Төньяҡ Кореяла үтәсәк Халыҡ-ара олимпиадала ҡатнашыусыларҙы һайлап аласаҡтар. 

 

Фото: moibiz42.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: