+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Ҡара генерал"ға - һәйкәл

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың арҙаҡлы улы, батыры, патриоты булған Даян Мурзинға һәйкәл асылды.

"Ҡара генерал"ға - һәйкәл
"Ҡара генерал"ға - һәйкәл

Тантаналы сарала Республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

- Олатайым үҙенә яу ҡырында ятып ҡалған дуҫтары өсөн дә көрәшергә, йәшәргә вәғәҙә биреүен йыш һөйләй торғайны. Һәм ул, ысынлап та, был һүҙҙәренә тоғро ҡалды. Тыныс тормошта йәшәгәндә лә халыҡ хоҡуҡтарын яҡлап, ҡыйыу көрәште, йәштәрҙе лә үҙ артынан эйәртә белде. Беҙ барыбыҙ ҙа уны ысын батыр, тип һанайбыҙ һәм бөгөн баш ҡалабыҙҙа олатайыма һәйкәл асылғанда уның өсөн ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм, - тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе Даян Мурзиндың ейәнсәре Альбина үҙ сығышында.

Һәйкәл "Нур" Өфө дәүләт татар театры янындағы скверҙа урынлашҡан.

Фото: rbsmi.ru

"Ҡара генерал"ға - һәйкәл
"Ҡара генерал"ға - һәйкәл
"Ҡара генерал"ға - һәйкәл
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: