+22 °С
Дождь
VKOKМакс

Журналистар «Медиайыйын»ға йыйылды

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы киң мәғлүмәт сараларының форумы - «Медиайыйын» үтә. Унда Республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнаша.

Журналистар «Медиайыйын»ға йыйылдыЖурналистар «Медиайыйын»ға йыйылды
Журналистар «Медиайыйын»ға йыйылды

Был Башҡортостандың бөтә журналистарын берләштергән тәүге форум булыуы менән тарихҡа инеп ҡаласаҡ. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 600-ҙан ашыу кеше ҡатнаша.

Форум программаһында бер нисә секция эшләүе планлаштырылған. «Медиайыйын»дың спикерҙары – « Russia Todaу» телеканалының генераль директоры Алексей Николов, « Аргументы и Факты » йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Марина Николаевна Мишункина, «Рәсәй 1» телеканалының Яңы медиа хеҙмәте етәксеһе Марина Сезина һәм башҡалар.

Оҫталыҡ дәрестәренең эше түбәндәге йүнәлештәр буйынса ойошторолған: эфир, баҫма, һанлы медиалар, заманса журналистика, милли киң мәғлүмәт саралары, биләмәләрҙе танытыу һәм үҫтереү. Форум барышында төрлө райондарҙан килгән ижади һәләтле балалар, мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙар ҙа ҡаралған.

 

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас