+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Луганск балалары Өфөгә килде

Кисә "Өфө" тимер юл станцияһында ирекмәндәр һәм аниматорҙар Луганск Халыҡ Республикаһынан килгән 199 баланы ҡаршы алды. Улар республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендәге лагерҙарында 21 көн буйына ял итәсәк һәм  һаулыҡтарын нығытасаҡ.

Луганск балалары Өфөгә килде
Луганск балалары Өфөгә килде

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин балаларҙы сәләмләп, уларҙы ҡунаҡсыл башҡорт ерендә күреүенә шат булыуын белдерҙе.

Оҙайлы юлда арыуҙарына ҡарамаҫтан, Красный Луч ҡалаһынан килгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың кәйефтәре күтәренке ине.

-Башҡортостанға килеүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Тәбиғәт ҡомартҡыларын, төрлө иҫтәлекле урындарҙы күрергә, Өфө менән танышырға күптән хыялландыҡ. Шуға поездан килеп төшөү менән арыуҙарыбыҙ ҙа онотолдо, алда бит беҙҙе күңелле матур ял көтә, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Богдан һәм София.

Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов белдереүенсә, Луганск балалары өсөн бай йөкмәткеле ял итеү программаһы әҙерләнгән. Улар республикабыҙҙың матур тәбиғәте менән генә түгел, ә халҡыбыҙҙың мәҙәниәте менән дә танышасаҡ. 

Әйткәндәй, йәйге каникулда Луганск Халыҡ Республикаһынан 8 төркөм балаларҙы ҡабул итеү ҡаралған, унда барлығы меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай ял итәсәк. Ә йыл аҙағына тиклем ЛНР-ҙан оло йәштәге 300-ләгән кеше республика шифаханаларында шифахана-курорт дауаланыуын аласаҡ.

Фото: userapi.com

Луганск балалары Өфөгә килде
Луганск балалары Өфөгә килде
Луганск балалары Өфөгә килде
Луганск балалары Өфөгә килде
Луганск балалары Өфөгә килде
Луганск балалары Өфөгә килде
Луганск балалары Өфөгә килде
Луганск балалары Өфөгә килде
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: