

Сәнғәт мәктәптәренең етәкселәре, педагогтар өсөн грантҡа нисек проекттар әҙерләү тураһында тренинг та үткәрелде.
Фойела республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт уҡыу йорттары күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин ине. «Тамырым – башҡорт» тигән форум сараның бер өлөшө булып торҙо. Бында Ырымбур, Силәбе, Свердлов, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан балалар делегациялары килгәйне. Уларҙы бик мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре лә көтә ине.
«Мәргән уҡсы» хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин үҙҙәренең эшмәкәрлеге, уҡ-һаҙаҡ менән таныштырһа, ҡурайсы, бейеүсе Рәйес Низаметдинов иһә ҡумыҙ, ҡурай тураһында һөйләне. Ул балаларҙың күҙ алдында ҡурай эшләп күрһәтеп, уйнап та ебәрҙе. Йәнле аралашыу рәүешендә барған осрашыуҙа ҡыҙҙар, малайҙар әүҙем ҡатнашты. Ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнап күрһәтеүселәр ҙә булды.
Ә фойела Салауат музыка колледжы теләүселәргә барабанда, бас-гитарала һәм башҡа музыка ҡоралдарында уйнап ҡарау мөмкинлеге бирҙе. «Арт-Ҡоролтай.Балалар» форумына танылған йырсы һәм музыкант, «Рәсәй балалары берлеге» ойошмаһы етәксеһе Сергей Крылов та килгәйне. Ул буласаҡ йондоҙҙар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, кәңәштәрен бирҙе.
Шулай уҡ был көндө ЮНЕСКО-ның ассоциациаланған мәктәптәренең Балалар палатаһы ултырышы ла уҙҙы. Уны тулыһынса уҡыусылар, буласаҡ лидерҙар, үҙҙәре алып барҙы. Квестар үткәреп, ҡануниәткә, экологияға, республикала йәшәгән халыҡтар тарихына, йолаларына ҡағылышлы төрлө мәсьәләләр систеләр, һорауҙарға яуап бирҙеләр.
«Арт» инглиз телендә сәнғәт тигәнде аңлата. Арт-Ҡоролтайҙа кино, театр, бейеү сәнғәтенә лә иғтибар бүленде. Балаларҙың ижади һәләттәрен асыу, үҫтереү, нисек итеп төрлө кимәлдәге конкурс, фестивалдәрҙә ҡатнашыу тураһында ла һүҙ барҙы.
Э. РӘШИТОВА.

