-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Матур байрам үтте

Бөгөн Матбуғат йорто алды гөрләп торҙо. Матбуғатҡа яҙылыусылар өсөн байрам ойошторолдо. Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө лә бит!

Ҡунаҡтар яратҡан гәзит-журналдарына яҙыла алды, хеҙмәткәрҙәр, күренекле шәхестәр менән аралашты, билдәле артистарҙың матур сығыштарын ҡарап, йырлап-бейеп күңел асты. Ул ғына ла түгел, иң бәхетлеләр ҡиммәтле бүләктәр отоп һөйөндө. Араларынан Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының китапханасыһы Разия Сибәғәт ҡыҙы Ғәйнуллина "Йәншишмә"гә яҙылып, тышҡы аккумулятор (power bank) эләктереүе беҙҙең өсөн айырыуса ҡыуаныслы булды.

Йыр-моңға, күңелле осрашыуҙарға бай Матбуғат байрамы һәр кемдең күңелендә матур бер иҫтәлек булып һаҡланыр.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: