+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт китаптары - Ташкент ҡалаһында

Башҡортостан делегацияһы Ташкент ҡалаһындағы эш сәфәрендә Алишер Навои исемендәге Милли китапхана фондына китаптар тапшырҙы. 

Башҡорт китаптары - Ташкент ҡалаһында
Башҡорт китаптары - Ташкент ҡалаһында

Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Башҡортостан Республикаһы Милли музейы директоры Марат Зөлҡәрнәев ҡатнашты.

Китапханаға башҡорт әҙәбиәте классиктарының әҫәрҙәре, энциклопедиялар, фәнни-популяр әҙәбиәт китаптары бүләк ителде. Үзбәкстан вәкилдәре белдереүенсә, Башҡортостандан китаптарҙы һуңғы тапҡыр бынан 30 йыл элек ҡабул иткәндәр, шунан алып ике республика араһында хеҙмәттәшлек булмаған.

Әйткәндәй, Алишер Навои исемендәге Милли китапханаға 1870 йылда нигеҙ һалынған һәм ул Үҙәк Азияла боронғо йылъяҙмаларҙы, баҫма һәм полиграфия художестволы әҫәрҙәрен һаҡлаусы иң ҙур китапхана булып һанала.

 

Башҡорт китаптары - Ташкент ҡалаһында
Башҡорт китаптары - Ташкент ҡалаһында
Башҡорт китаптары - Ташкент ҡалаһында
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: