-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса фильм төшөрөлә

Был хаҡта уның режиссёры Айнур Асҡаров үҙенең социаль селтәрендә хәбәр иткән. Фильм Минск ҡалаһында төшөрөлә башлаған. 

Мостай Кәримдең  «Ярлыҡау» повесы буйынса фильм төшөрөлә
Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса фильм төшөрөлә

-Команда шәп, йәш, матур актёрҙарҙан тупланды. Әҫәрҙең төп идеяһы — әхлаҡ һәм закон бәрелеше. Сценарий авторы — дуҫым Айҙар Аҡманов, рәссам — Вячеслав Виданов, оператор — Андрей Макаров. Алда беҙҙе 17 смена көтә. Әгәр барыһы ла планға ярашлы барһа, 7 июлгә тиклем бында буласаҡбыҙ, — ти яҙған Айнур Юлай улы.

Әйткәндәй, фильм өҫтөндә «Беларуськино» һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор» студияһы эшләй. Сценарий өҫтөндә эш бер йылға яҡын алып барылған.

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: