+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы

Рәсәй Президенты Владимир Путин 8 июль - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө, тигән ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы

Был байрам ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу һәм һаҡлау, балаларға, йәштәргә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүгә булышлыҡ итәсәк, тип яҙылған документта.

Әйткәндәй, Башҡортостандың Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы Республика Башлығы Радий Хәбировтың тормош иптәше Каринэ Хәбирова башланғысы менән 2019 йылдан алып киң билдәләнеп килә. Тап шул көндө "Әсәлек даны", "Ата-әсәләр ҡыйыулығы өсөн" дәүләт, "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" йәмәғәт наградалары тапшырыла.

Быйыл Бөрөләге байрам 8 июлдә көндөҙгө сәғәт 3-тә Изге Троицк кафедраль соборы майҙанында үтәсәк. 

Концерт программаһы менән урындағы һәүәҫкәр артистар, Рәсәй йондоҙҙары Наталья Сенчукова менән Виктор Рыбин сығыш яһаясаҡ. 

Фото: rbsmi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: