+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Нурсилә Фәхретдинова – «Мисс Евразия – 2022» төп титул эйәһе

Өфөнөң «MISSBASH MODELS» моделдәр агентлығы моделе Нурсилә Фәхретдинова Төркиәлә үткән «Мисс Евразия – 2022» Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында төп титулды яуланы.

Нурсилә Фәхретдинова – «Мисс Евразия – 2022» төп титул эйәһе
Нурсилә Фәхретдинова – «Мисс Евразия – 2022» төп титул эйәһе

Нурсилә  Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында тыуып үҫкән.

— Был минең халыҡ-ара кимәлдәге тәүге конкурсым һәм беренсе тажым. Top 10 Miss Eurasia һәм номинация Miss national beauty Eurasia тап минеке, — тип яҙҙы сибәркәй үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Конкурс Антальяла 10 көн дауамында барҙы. Унда төрлө илдәрҙән 23 сибәркәй һынау тотто. Ҡыҙҙар милли кейем дә сығыш яһап, ижади һәләттәрен күрһәтте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:«MISSBASH MODELS» моделдәр агентлығы моделе, һылыуҡай Башҡортостан намыҫын миссис номинацияһында яҡланы.

 

Мәғлүмәт: ataisal.com

Фото: vk.com

Нурсилә Фәхретдинова – «Мисс Евразия – 2022» төп титул эйәһе
Нурсилә Фәхретдинова – «Мисс Евразия – 2022» төп титул эйәһе
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: