+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Шамонин ауылында – Йәштәр Һабантуйы

3 июлдә, йәйҙең иң йәмле мәлендә, Өфө районының Шамонин ауылында Йәштәр Һабантуйы үтә. Әбйәлил йәштәре тарафынан әҙерләнгән сарала концерт номерҙары, спорт ярыштары, милли көрәш, Урал аръяғы Эль-Класикоһы (футбол),төрлө уйындар ҡарап кинәнерһегеҙ.

Шамонин ауылында – Йәштәр Һабантуйы
Шамонин ауылында – Йәштәр Һабантуйы

Ҡала шау-шыуынан арынып, тәбиғәт ҡосағында ял итеп, күңел асып, үҙегеҙгә яңы дуҫтар табып та ҡайтырһығыҙ.

Саҡырылған ҡунаҡтар: Иҙел Нурғәлин, "Етегән" төркөмө, Сабина Кучаева, Тимур Ямалов, Илгиз Гизмо, Зилә һәм Хәсән Усмановтар, Ришат Сөләймәнов, Заһир Шәйәхмәтов, Римма Амангилдина, Фәнзил Атауллин һәм башҡалар.

Байрам башлана 12:00 сәғәттә.

Өфө районы, Шамонин ауылы янындағы һабантуй яланы.

Тел.: 8 917 448 75 39 (Нәркәс)

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: