-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тренерҙарға һәм спорт мәктәбе уҡытыусыларына — наградалар

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, Башҡортостан тренерҙары һәм спорт мәктәптәре уҡытыусылары XXXII Олимпиадаға һәм XVI Йәйге Паралимпияға спортсылар әҙерләгәндәре өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

Тренерҙарға һәм спорт мәктәбе уҡытыусыларына — наградалар
Тренерҙарға һәм спорт мәктәбе уҡытыусыларына — наградалар

Халыҡтар дуҫлығы ордены Өфөләге 31-се спорт мәктәбе уҡытыусыһы Ольга Байраҡоваға, "Салауатинвест" йәмғиәте тренеры Фәнил Кирәевкә, Башҡортостан Республикаһының Паралимпия резервы спорт адаптив мәктәбе тренерҙары Гүзәл Тверяковаға, Сергей Трухачёвҡа һәм Хәлил Шаммасовҡа бирелде.

"Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" беренсе дәрәжә миҙалына - Өфөнөң фехтование буйынса Олимпия резервы спорт мәктәбе директоры Лира Грушина ,  "Урал" профессиональ волейбол клубының баш тренеры Игорь Шулепов, икенсе дәрәжәһенә Өфөнөң фехтование буйынса Олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры Фәрит Арыҫланов,  Өфөнөң 21-се спорт олимпия мәктәбе тренеры Борис Афанасьев, Стәрлетамаҡтың 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Александр Живаев  лайыҡ булды.Ҡотлайбыҙ!

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: