+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Авиация байрамына килегеҙ!

Шәмбе көндө, 9 июлдә, Первушин аэродромында "Первушино-AviaFest" тип аталған ҙур авиация байрамы ойошторола. Ул ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. 

Авиация байрамына килегеҙ!Авиация байрамына килегеҙ!
Авиация байрамына килегеҙ!

Сара көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башланып, киске сәғәт 8-гә тиклем дауам итәсәк. Инеү - бушлай. 

Байрамда бөтә Рәсәйҙән йыйылған 50-нән артыҡ самолёт күкте иңләйәсәк. Унда 1942 йылда сыҡҡан, Бөйөк Ватан һуғышы юлын үткән, миллионлаған Совет лётчиктарына ҡанат ҡуйған По-2 легендар самолёты ла осош яһаясаҡ. 

Аэродром майҙанында авиация техникаһының күргәҙмәһе лә ойошторола, фотозонала самолёттар янында фотоға төшөргә лә мөмкинлек була.

Шулай уҡ концерт программаһы әҙерләнгән, балалар һәм өлкәндәр өсөн күңел асыу майҙансыҡтары эшләйәсәк. Хәйриәлек отош акцияһы ла ойоштороласаҡ, теләге булған һәр кем бәхетен һынап, ҡиммәтле бүләктәр ота ала. Йыйылған аҡса һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам өсөн күсереләсәк.

Әйткәндәй,был көндө һауа шарҙарында осоп, тирә-яҡты бейеклектән күҙәтеү мөмкинлеге лә буласаҡ. 

Байрам үтәсәк урынға "Төньяҡ" автовокзалынан 12.30, 13.30, 14.30-ҙа Башавтотранс автобустары йөрөйәсәк.

Фото: gorodzovet.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас