

Эльвина Ҡаҙыева мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Төрлө бәйге, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, гел призлы урындар яулап, белем усағының данын күтәрә.
Район балалар йәмәғәт хәрәкәте лидерҙары конкурсының абсолют еңеүсеһе һәм «Урал батыр» эпосы конкурс еңеүсеһе була. Шулай уҡ ижади ҡаҙаныштары өсөн ул Салауат районы хакимиәте башлығы грантына эйә булған.
Афарин, Эльвина!
Фото: vk.com