

Сараны Әбйәлил районы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Республика халыҡ ижады үҙәге, Әбйәлил районы Байым ауылының күп функциялы моделле мәҙәниәт йорто ойоштора.
Форум шәжәрәне, халыҡ ижады жанрҙарын, милли уйындарҙы, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен популярлаштырыу һәм һаҡлау маҡсатында икенсе тапҡыр уҙғарыла. Унда күренекле мәҙәниәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында эшҡыуарҙарҙың "Тирмә" исемле "түңәрәк өҫтәл"е, "Йыуаса" башҡорт милли аш-һыуы конкурсы, концерт, "Ҡалмаҡ араһы шәжәрәһе"н күрһәтеү, оҫталыҡ дәрестәре буласаҡ. Шулай уҡ тәүге тапҡыр "Лаҡап тирмәһе" тип аталған лаҡап һөйләүселәр бәйгеһе лә үтәсәк.
Унда йәштәр, ғаилә династиялары, ижади коллективтар етәкселәре, ғалим-фольклорсылар, этнографтар, тарихсылар, эшҡыуарҙар, күренекле мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәре, Рәсәй төбәктәренән башҡорт диаспораһы вәкилдәре, тарихты, этнографияны, традицион фольклорҙы өйрәнгән студенттар ҡатнаша.
Фото: rcntrb.com