+17 °С
Дождь
VKOKTelegram

"Медиа геройҙары уҙышы"

Бөгөн Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн "Медиа геройҙары уҙышы" үтте.

"Медиа геройҙары уҙышы""Медиа геройҙары уҙышы"
"Медиа геройҙары уҙышы"

Сара Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ һәм республиканың Спорт министрлығы ярҙамында ойошторолдо. Шишмә районының Алкин-2 ҡасабаһындағы “Патриот” хәрби-патриотик паркында үткән ярышта 18 команда - ваҡытлы матбуғат, радио һәм телевидение журналистары, блогерҙар, "Китап" нәшриәте, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

1,7 саҡрым аралыҡты 14 ҡаршылыҡ менән үтеү еңел булмағандыр. Әммә журналистар бирешмәне: һәр команда лайыҡлы сығыш яһаны. Ә финишҡа беренсе булып "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре командаһы килде.

Сығанаҡ: ural-rb.ru

Фото: userapi.com

"Медиа геройҙары уҙышы"
"Медиа геройҙары уҙышы"
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас