+8 °С
Облачно
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
4 Августа 2022, 05:30

"ВелоБала саҡ" фестиваленә килегеҙ!

6 август көндө Өфөлә "ВелоБала саҡ" ғаилә фестивале үтәсәк. Ул "Башҡортостан" лайфстайл-үҙәге алдындағы майҙансыҡта сәғәт 11-ҙә башлана. Был хаҡта ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Велосипедсылар союзы хәбәр итә.  

"ВелоБала саҡ" фестиваленә килегеҙ!"ВелоБала саҡ" фестиваленә килегеҙ!
"ВелоБала саҡ" фестиваленә килегеҙ!

Ярыштарҙа 2 йәштән алып 14 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Бының өсөн алдан теркәлеү мотлаҡ. Еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр көтә.

Сара барышында балалар өсөн интерактив уйын майҙансыҡтары эшләйәсәк, сувенирҙар һатыу ойошторола.

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас