+31 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
7 Августа 2022, 06:20

Бүздәктә – "Бәлешфест"

20 августа Бүздәк районында “Бәлешфест” фестивале үтәсәк. Республиканың 20 районынан һәм алты ҡалаһынан, Пермь крайынан, Ырымбур өлкәһенән, Татарстан Республикаһынан ҡатнашыусыларҙың килеүе көтөлә.

Бүздәктә – "Бәлешфест"Бүздәктә – "Бәлешфест"
Бүздәктә – "Бәлешфест"

Милли ризыҡтар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре була. Башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, мордва, удмурт халҡының милли аш-һыуын тәмләп ҡарау, төрлө конкурстар, презентациялар ойошторола. Фестиваль йыр-моң, халыҡ бейеүҙәре һәм уйындары, милли музыка ҡоралдарында уйнау менән оҙатып барыла.

Район халҡын һәм ҡунаҡтарын өлкәндәр, балалар өсөн төрлө тематик майҙансыҡтар: милли кейемдәр, йорт кәрәк-яраҡтары, биҙәүестәр, һөнәрселек эше (ағас эшкәртеү, сигеү, ағас һырлау, тал сыбығынан үреү), этнофотозоналар көтә.

Бүздәк ауылында «Бәлеш» яңы арт-объектын асыу фестивалдең төп биҙәге булмаҡсы.

Сығанаҡ һәм фото: oskon

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас