

Тантаналы сарала республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан йыйылған мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Алдар Иҫәкәев – Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең тарихына юйылмаҫ эҙ ҡалдырған оло шәхес. Ул Бөрйән улусы старшинаһы булған, Ҡаҙағстандың Рәсәйгә ҡушылыуы менән шөғөлләнгән дипломат, Пётр I заманында Ҡырым һәм Азов походтарында ҡатнашҡан. Хәрби хеҙмәттәре өсөн нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән тархан исемен алған.
«Ул үҙ халҡы өсөн ғүмерен фиҙа ҡылған. Алдар батыр исеме беҙҙең рухты артабан да күтәрер, балаларыбыҙҙа ла илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләр, тип ышанам. Ошо изге эште башлап һәм атҡарып сыҡҡан һәр кемгә оло рәхмәтемде еткерәм. Илебеҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ, халҡыбыҙ берҙәм булһын», — тип яҙҙы Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов.
Һәйкәл кенотаф – символик ҡәбер рәүешендә эшләнгән, сөнки батырҙы ерләнгән урыны билдәһеҙ.
Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru