+28 °С
Облачно
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
12 Августа 2022, 11:25

«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына балаларҙы патронат тәрбиәгә алыусы ғаиләләр ҙә дәғүә итә ала

Башҡортостанда «Ата-әсә ҡаһарманлығы» наградаһы тураһындағы ҡарарға үҙгәрештәр индерелде. Был хаҡтағы Указға 8 августа республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына балаларҙы патронат тәрбиәгә алыусы ғаиләләр ҙә дәғүә итә ала«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына балаларҙы патронат тәрбиәгә алыусы ғаиләләр ҙә дәғүә итә ала
«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына балаларҙы патронат тәрбиәгә алыусы ғаиләләр ҙә дәғүә итә ала

Хәҙер миҙалға һәм бер тапҡыр түләнә торған 100 мең һум аҡсаға патронат тәрбиәгә алыусылар (баланы ваҡытлыса ҡарауға алғандар) ҙа дәғүә итә ала. Әммә бер шарт бар: ғаилә тәрбиәгә ете һәм унан күберәк бала алырға тейеш.

Бынан тыш, өс һәм унан күберәк инвалид баланы уллыҡҡа алғандарға, тағы ете һәм унан күберәк етем баланы алған ғаиләләргә награда ҡаралған.

Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инде.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас