

Уның төп маҡсаты – балаларҙы спорт донъяһына ылыҡтырыу, сәләмәт тормошҡа әйҙәү.
Ҡунаҡтарҙы сағыу шоу программаһы көтә. Балалар һәм ата-әсәләр өсөн ҡаланың спорт мәктәптәрендә эшләгән уҡытыусылар, тренерҙар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә, белешмәләр бирә, асыҡ дәрестәр үткәрә. Һәр кем күңеленә ятҡан спорт төрөн һайлап, уның хаҡында мәғлүмәттәр туплай ала. Егермегә яҡын ошондай майҙансыҡ эшләйәсәк. Шулай уҡ бағымсылар тарафынан ойошторолған лотерея отош уйынында ла ҡатнашырға мөмкин. Бушлай туңдырма ла таратыласаҡ.
Ҡашҡаҙан күле фонтандарында утлы шоу күрһәтеү – концерт-фестивалдең иң төп биҙәге буласаҡ.
«Асыҡ йөрәктәр» фестивале һеҙҙе көтә, дуҫтар! Шәмбе көнөн күңелле уҙғарығыҙ!
Фото: ngs.ru