+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
15 Август 2022, 16:20

Ҡаҙағстанда — башҡорт байрамы

Кисә, 14 августа, Ҡаҙағстандың Ҡостанай ҡалаһында  беренсе тапҡыр «Йыйын» башҡорт байрамы ойошторолдо.

Ҡаҙағстанда — башҡорт байрамы
Ҡаҙағстанда — башҡорт байрамы

Сараны «Башҡортостан Республикаһының Конгресс-бюроһы» ойошмаһының Ҡаҙағстандағы вәкиллеге булышлығында «Азатлыҡ» башҡорт этномәҙәни берләшмәһе ойошторҙо.

Йыйын – башҡорт халҡының боронғо байрамы, аҡһаҡалдар шулай ҡорға йыйылыр булған. Йыйын оло байрам менән тамамланды, унда бик күп ҡунаҡтар саҡырылғайны.

Урындағы халыҡ алдында Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡала филармонияһы артистары сығыш яһаны. Тамашасыларға улар «Шәл бәйләнем», «Тыуған яҡ», «Халҡыма» кеүек башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙары, бейеүҙәр бүләк итте. 

Шулай уҡ төрлө спорт ярыштары, уйындар, бәйгеләр ҙә ойошторолдо. Милли көрәштә еңеүсе төп бүләк – һарыҡ менән бүләкләнде. 

Урындағы халыҡ шулай уҡ Башҡортостан продукцияһы менән таныша алды. Йәрминкәлә башҡорт балы, шифалы үләндәр, сироптар һәм башҡа тауарҙар һатып алырға мөмкин ине.

 

 

Ҡаҙағстанда — башҡорт байрамы
Ҡаҙағстанда — башҡорт байрамы
Ҡаҙағстанда — башҡорт байрамы
Ҡаҙағстанда — башҡорт байрамы
Ҡаҙағстанда — башҡорт байрамы
Ҡаҙағстанда — башҡорт байрамы
Ҡаҙағстанда — башҡорт байрамы
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: