+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
17 Август 2022, 12:50

Өфөлә һөт байрамы!

27 августа Өфө ҡалаһының Салауат Юлаев майҙанында "Һөт иле" Рәсәй фестивале үтәсәк. Быйыл ул унынсы тапҡыр ойошторола.

Өфөлә һөт байрамы!
Өфөлә һөт байрамы!

Сараны Башҡортостан Хөкүмәте һәм Ауыл хужалығы министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, «Союзмолоко» милли һөт етештереүселәр союзы һәм «Һөт институты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡатнашлығында Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойоштора.

Фестивалдә һөт йәрминкәһе, хайуандар менән мини-ферма, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, аттракциондар, спорт майҙансыҡтары, аш-һыу зонаһы, «Му-му мультики» кинотеатры, концерт, «GastrоMaster 2022» кулинария чемпионаты, «КуРай» гастрономия фестивале, власть вәкилдәре, һөт аҙыҡтарын етештереүсе һәм эшкәртеүселәр ҡатнашлығында эшлекле программа, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың милли ихата майҙансыҡтары тәҡдим ителә.

Сығанаҡ һәм фото: yantiyak.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: