+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Август 2022, 14:35

Мәктәп формаһы өсөн компенсация

Уға аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр дәғүә итә. Компенсация мәктәп формаһы йәки уны алмаштырған кейем-һалым өсөн бирелә.

Мәктәп формаһы өсөн компенсация
Мәктәп формаһы өсөн компенсация

Мәктәп формаһына компенсация алыр өсөн түбәндәге документтар кәрәк буласаҡ:

- ғариза
- паспорт йәки шәхесте раҫлаусы башҡа документ
- баланың (йәки бер нисә баланың) тыуыу тураһында таныҡлығы
- ғаилә составы тураһында белешмә
- һатып алыуҙы раҫлау өсөн касса һәм тауар чектары
- күп балалы ғаиләнең аҙ тәьмин ителгән булыуы тураһында белешмә. Уны ата-әсә йәки баланың законлы вәкиле йәшәгән урын (теркәлгән урын) буйынса Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә алырға мөмкин.
Компенсация алыу өсөн документтарҙы 2022 йылдың 1 октябренә тиклем бала уҡыған мәктәпкә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тапшырырға кәрәк.

Әйткәндәй, Башҡортостанда мәктәп формаһын һатып алыуға аҡсалата компенсация ике йылға бер тапҡыр бирелә. 2022 йылда компенсацияның иң ҙур күләме 4 489,40 һум тәшкил итә.

 

Сығанаҡ: yantiyak.ru

Фото: imgsmail.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: