+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
20 Август 2022, 20:30

"Теге өсәү" Стәрлетамаҡты гөрләтте!

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһының Юрий Гагарин исемендәге паркында "Беҙ бергә" фестивале үтте.

"Теге өсәү" Стәрлетамаҡты гөрләтте!
"Теге өсәү" Стәрлетамаҡты гөрләтте!

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Юлдаш” радиоһы, “Галактика” күңел асыу үҙәктәре селтәре менән берлектә дүртенсе йыл инде сәхнәгә башҡорт һәм татар эстрада йондоҙҙарын йыйҙы. Байрамға яҡын-тирә райондарҙан, ауылдарҙан, хатта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә килеүселәр булды.

Сараны “Юлдаш” радиоһынан барыбыҙға ла яҡшы таныш “теге өсәү” алып барҙы. 30-ға яҡын республикаға билдәле эстрада артистары 5 сәғәт буйы тамашасыларға  87 популяр йырҙарын бүләк итте. 

Шулай уҡ башҡорт музыка ҡоралдарында уйнау, милли кейемдәр тегергә өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. Милли биҙәүестәр һатып алырға ла мөмкин ине.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

 

"Теге өсәү" Стәрлетамаҡты гөрләтте!
"Теге өсәү" Стәрлетамаҡты гөрләтте!
"Теге өсәү" Стәрлетамаҡты гөрләтте!
"Теге өсәү" Стәрлетамаҡты гөрләтте!
"Теге өсәү" Стәрлетамаҡты гөрләтте!
"Теге өсәү" Стәрлетамаҡты гөрләтте!
"Теге өсәү" Стәрлетамаҡты гөрләтте!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: