-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
2 Сентябрь 2022, 10:20

Тамерлан Илһамов иҫтәлегенә — мемориаль таҡтаташ

1 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районы Асҡар ауылындағы Таһир Күсимов исемен йөрөткән гимназияла  ошо белем усағын тамамлаусы, Рәсәй Геройы, прапорщик Тамерлан Илһамов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнашты.

Тамерлан Илһамов иҫтәлегенә — мемориаль таҡтаташ
Тамерлан Илһамов иҫтәлегенә — мемориаль таҡтаташ

Тамерлан — Украинала барған махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған батырыбыҙ. Яугир ҡаһарман һуңғы һулышына тиклем йәнен аямаған, әллә күпме кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалған. 

Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Тамерлан Илһамовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. 2022 йылдың 1 авгусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Алтын  йондоҙҙо уның ата-әсәһенә тапшырҙы.     

 – Бөгөн башҡорт халҡының данлы улы, генерал Таһир Күсимовтың исемен йөрөткән гимназияла Ватанды һаҡлаусы, Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асабыҙ. Мин Тамерландың командирҙары менән аралаштым. Улар Илһамовтың ул бик ҡыйыу егет булыуын әйтте, туғандарына һәм яҡындарына тәрән ихтирам һүҙҙәрен еткерҙе. Беҙ Тамерлан Илһамов һәм уның батырлығы тураһында иҫтәлекте һаҡлаясаҡбыҙ. Тыуған илен һаҡлаусыларҙың һәм яҡлаусыларҙың барыһына ла мәңгелек дан! –  тине Радий Хәбиров үҙ сығышында.

Тантанала ҡатнашыусылар Рәсәй Геройын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Сығанаҡ һәм фото: ye102.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: