Балалар баҫмаларына ярҙам итеү һәм балалар өсөн нәшер ителгән киң мәғлүмәт саралары тармағында иң яҡшы йәш журналистарҙы асыҡлау сараның төп маҡсаты булып торҙо. Фестивалгә бөтә Рәсәйҙән иң яҡшы балалар баҫмалары йыйылды.
"Аҡбуҙат" журналы "Тылсымлы һүҙ" Бөтә Рәсәй конкурсының бер юлы ике махсус номинацияһында бүләкләнде. Светлана Дзюбинская "Иң яҡшы художестволы ҡарары" һәм "Эшкә тоғролоҡ һәм йылдың иң яҡшы социаль акцияһы" өсөн "Аҡбуҙат"тың баш мөхәррире Лариса Абдуллинаға дипломдар тапшырҙы.