+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
14 Сентябрь 2022, 16:55

Кемдәр Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итә?

Ике йылға бер тапҡыр йәмәғәтселектә танылыу алған һәм Башҡортостандың художество мәҙәниәтен байытҡан иң талантлы, яңылығы һәм үҙенсәлеге менән айырылып торған әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн өс премия бирелә.

Кемдәр Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итә?
Кемдәр Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итә?

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы  ағзаһы Тамара Юлдашева, «Железный век», «Рух көмбәҙе: поэма, шиғырҙар, тәржемәләр», «Һайланма әҫәрҙәр: шиғырҙар, поэмалар» йыйынтыҡтары өсөн;

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы Йәдкәр Бәширов, «Новый взгляд на историю народов Урала и Поволжья», «Великая Башкирия. Народы: этнические корни, формирование и развитие», «Древние башкиры. Исторические сведения», «Кол Гали и о культуре башкирского народа», «Башкорт хан. Ханы средневековья» китаптары өсөн;

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Флүр Ғәлимов – «Шайморатов генерал» тарихи романы өсөн;

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса советы ағзаһы Наилә Сәфәрғолова, «Йөрәк һүҙе» проекты өсөн;

«Архтамға» эксперт-проект бюроһы» ойошмаһы генераль директоры Рөстәм Әлибаев, баш инженеры Илфат Аҡтуғанов һәм баш архитекторы Гөлфиә Тажетдинова. «Шүлгәнташ» музей комплексы бинаһының һәм экспозицияһының проекты өсөн;

«Ашҡаҙар» радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының баш телеоператоры Урал Ғатауллин, «Топик Медиа» ойошмаһы менеджеры Әлфиә Арыҫланова, илебеҙҙең арҙаҡлы кешеләре тураһындағы документаль фильмдары өсөн: «Минең исемем Салауат» (скульптор, педагог, Рәсәй халыҡ рәссамы Салауат Щербаков тураһында), «Һайлап алынған яҙмыш» (Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин хаҡында).

Режиссёр, йәмәғәт эшмәкәре Зөһрә Бураҡаева, Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры Артур Кәбиров, билдәле бейеүсе Рәйес Низаметдинов, «Ат уйнатып алдан бара» спектакле өсөн;

Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры генераль директоры Артур Нәзиуллин һәм баш дирижёры Дмитрий Крюков, «Золотые страницы наследия Загира Исмагилова» проекты өсөн.

 

8 сентябрҙән 25 сентябргә тиклем киң мәғлүмәт сараларында әҫәрҙәр буйынса фекер алышыу барасаҡ. Лауреаттарҙы бүләкләү 11 октябрҙә – Республика көнөндә үтәсәк.

 

Фото: Башинформ

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: