+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
14 Сентябрь 2022, 11:25

Ҡотлайбыҙ!

«Терра Башҡортостан» ат  спорт ярышы еңеүселәре билдәле булды. Май айында уҡ старт алған турнирҙың приз фонды 10 миллион һум тәшкил иткән.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Уның дүртенсе миҙгел ярышында 200 башҡорт тоҡомло юртаҡ ҡатнашҡан. Баш ҡаланың «Аҡбуҙат» ипподромында үткән финалда 16 һыбайлы бәйге тотҡан.

Беренсе урынды Бүздәк районынан Оскар ҡушаматлы атта Фидан Ғәйфуллин яулаһа,  Баймаҡ районынан Илназ Солтангәрәев һәм Күгәрсен районынан Рафаэль Ҡорбанаев икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште. Уларға аҡсалата бүләк тапшырылды.

Мәҫәлән,1400 метр арауыҡҡа сабышта Баймаҡтан  жокей Илназ Солтангәрәев Алға ҡушаматлы атында (хужаһы – Рәсих Йортбәков) икенсе урын яулап, 587 мең 500 һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.

Сығанаҡ һәм фото:  vk.com

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: