+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
6 Октябрь 2022, 11:00

"Шағир көндәлеге" фильмының премьераһы була

9 октябрҙә баш ҡалабыҙҙың «Родина» кинотеатрында Булат Йосоповтың «Шағир көндәлеге» фильмының ябыҡ премьераһы күрһәтелә. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына бағышланған.

"Шағир көндәлеге" фильмының премьераһы була
"Шағир көндәлеге" фильмының премьераһы була

Рәми Ғарипов ролен актёрҙар Артур Ҡунаҡбаев, Линар Байытов һәм Арыҫлан Ҡырымсурин башҡара. Картинала шулай уҡ Олеся Шибко, Елена Пухова, Вадим Ҡылысов, Таңсулпан Бабичева, Нәркәс Йомағужина, Айнур Ситдиҡов, Морат Рафиҡов, Салауат Юлдашбаев һәм башҡалар уйнай.

Фильмды Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт миистрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы һәм «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы төшөргән. Сценарий авторҙары – Булат Йосопов, Гөлсәсәк Саламатова. Продюсерҙар – Леонид Филинов, Юнир Әминев.

«Шағир көндәлеге» фильмын тамашасылар ҙур экранда 2022 йылдың 20 октябренән үк ҡарай ала.

Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: