+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
11 Октябрь 2022, 15:35

Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды

Бөгөн баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанында легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды. 

Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды
Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды

Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйес Әбдрәшитов, Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин, Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский, Рәсәй Оборона министрлығының генераль инспекторы Валерий Баранов һәм һәйкәлдең авторы, Рәсәйҙең арҙаҡлы скульпторы, архитектор Салауат Щербаков кеүек мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. 

-Генерал Шайморатовҡа һәйкәл, Саур ҡәберлегендә тергеҙелгән Мемориаль комплекс, совет һалдатына Ржев мемориалы... Былар барыһы ла илдә тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса алып барылған ҙур эштең бер өлөшө.

Башҡортостан исеменән һәйкәлдең авторы, Рәсәйҙең арҙаҡлы скульпторы, башҡорт халҡының улы Салауат Александрович Щербаковҡа рәхмәтемде белдерәм. Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле Салауат Александрович! Һеҙ Ватанды һаҡлаусыларҙың бик күп быуындарының хәрби данын берләштергән Башҡортостан геройҙарының милли һәйкәлен төҙөнөгөҙ.

Һәйкәлдең нигеҙендә – комдив һәләк булған ерҙән алып ҡайтылған тупраҡ. Беҙ генерал Шайморатов иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған өсөн Донбасс халҡына рәхмәт әйтәбеҙ.

Ошонда килеп, мәңгелеккә йоҡоға талған геройҙар иҫтәлеге алдында баш эйербеҙ. Беҙ бер ҡасан да уларҙың батырлығын онотмаҫбыҙ. Бында балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә Ватан тарихы тураһында һөйләрбеҙ, уларҙы ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләрбеҙ», – тине үҙ сығышында Радий Хәбиров. Әйткәндәй, Шайморатов һәйкәле уның башланғысы менән ҡуйылды.

Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: