Сценарий авторы – «Табын» башҡорт халыҡ ижады коллективы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры Илнур Лоҡманов.
Спектакль бөйөк шағир, дин белгесе, мәғрифәтсе, башҡорт халҡының бөйөк улы Мифтахетдин Аҡмулланың ғүмер юлына бағышланған. Материалдар туплау менән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, "Аҡмулла аманаты" китабы авторы Фәнис Янышев шөғөлләнгән.
– Мифтахетдин Аҡмулла иҫ киткес талантлы булған. Ҡурайҙа, думбырала уйнаған, көслө көрәшсе булараҡ дан ҡаҙанған, бер нисә телде белгән. Тамашасылар Аҡмулла шәхесенең яңы сифаттарын асыр тип ышанабыҙ, – ти Илнур Лоҡманов.
Ролдәрҙе башҡаралар: Мифтахетдин Аҡмулла – Айса Ейәнбаев, Илнар Мөхәмәтйәнов, Камалетдин хәҙрәт – Илмир Аҡбашев, Өммөгөлсөм – Зөлфирә Баймырҙина, Сәлимә – Гөлсәсәк Ғәйнуллина, Талип – Әлфинә Әйүпова, Ян де Фонише – Фәдис Ғәниев, Ғөбәйҙулла Солтан Жангиров –Инйәр Ишмырҙин.
Тамаша киске сәғәт 6-ла башлана. Адресы: Кустарная урамы, 17. Билеттарҙы Пушкин картаһы буйынса ла алырға мөмкин.
Сығанаҡ: bash.ru
Фото: bashinform.ru