+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мортаза Рәхимов исемен ғорур йөрөтөрҙәр

Республика Башлығы Радий Хәбировтың тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов исемен мәңгеләштереү тураһындағы указы буйынса ике белем усағы уның исемен йөрөтәсәк.

Мортаза Рәхимов исемен ғорур йөрөтөрҙәр
Мортаза Рәхимов исемен ғорур йөрөтөрҙәр

Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы һәм Күгәрсен районы Мораҡ ауылындағы башҡорт гимназияһы. 

Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы директоры Шайморат Тимербулатов "Бәйләнештә" селтәрендә уның исемендәге кабинет асыуҙары, әле уны йыһазландырыу эштәре барыуы тураһында хәбәр итте. 

Гимназистар беренсе Президентыбыҙ, Ил ағаһы Мортаза Ғөбәйҙулла исемен ғорур йөрөтөр, Алла бирһә. Тағы ла дәртләнеберәк уҡырҙар, республикабыҙҙың рухлы, талантлы йәштәре сафтарын тулыландырырҙар.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: