Быны күреп ҡалған эт көслө итеп өрә башлай. Тауыштан ҡаршылағы йортта йәшәүсе ҡатын уянып, «Ашығыс ярҙам» машинаһын саҡырған. Баланы дауаханаға оҙатҡандар.
Был хәбәрҙе ишеткәндән һуң ирекмән Яна Мальцева был берәҙәк эткә ярҙам итергә теләй. Ләкин хайуандың үҙен таба алмай. Ярай әле бер ҡыҙ ярҙамға килә. Базаның директоры бындай аҡыллы йән эйәһен үҙенә алып ҡалырға ҡарар итә.