Ҡояш энергияһын ҡулланған аппарат космоста ниндәй ҙә булһа әйберҙе биш мең градус Цельсийға тиклем йылыта ала. Был технологияны йыһан металлургияһында иретмәләр эшләү өсөн ҡулланырға мөмкин.
Йәш уйлап табыусының асышын «Стратосфера юлдашы» программаһы буйынса Ер шарынан 23-25 километр бейеклеккә ебәрәләр. Комсомол «Кванториум»ы тура эфир ойошторорға ниәтләй.