+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
27 Декабрь 2023, 16:30

Яңы йыл, тылсым, мөғжизә

27 декабрҙә «Башҡортостан» концерт залында республика уҡыусыларының Шыршы байрамы уҙҙы.

Яңы йыл, тылсым, мөғжизә
Яңы йыл, тылсым, мөғжизә

Унда 1 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Яңы йыл байрамына республиканың төрлө тарафтарынан уҡыу алдынғылары, олимпиада, конкурс, спорт ярыштары еңеүселәре, шулай уҡ хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары килгәйне. Күп балалы ғаиләләрҙән, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар саҡырылғайны. Тәүҙә ҡупшы шыршы янында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән бергә йырлы-бейеүле  уйындар ойошторолдо.

Тамаша залында Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова Яңы йыл менән ҡотланы.

– Ҡәҙерле балалар, педагогтар! Һеҙҙе республиканың төп Шыршы байрамында тәбрикләүемә бик шатмын. Беҙ барыбыҙ ҙа әкиәткә ышанабыҙ. Яңы йыл алды – тылсымлы ваҡыт ул. Һәр кем үҙенең иң изге теләктәрен теләй. Һеҙгә һаулыҡ, шатлыҡтар, оптимизм һәм иң матур теләктәремде еткерәм. Тылсымға ышанығыҙ, теләктәр теләгеҙ һәм улар мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ, – тине ул.

Балаларҙы «Ҡыш бабай һәм ваҡыт ҡапҡаһы» тип аталған  мажаралы әкиәт иленә сәйәхәт көтә ине. Һәр ваҡыттағыса, яуызлыҡ менән изгелек , йәғни Альфа әфәнденең Яуызлыҡ мәктәбе менән Ҡыш бабайҙың Изгелек мәктәбе тәрбиәләнеүселәре араһында Яңы йыл өсөн көрәш бара. Яуыздар уның килеүен теләмәй һәм Яңы йылды килтереүсе амулет һәм Ҡыш бабай таяғындағы тылсымлы ташты ҡулдарына төшөрөргә тырыша. Балаларҙы сихырлап, этлекте улар ҡулы менән эшләйҙәр. Әммә ниндәй әкиәт насар тамамланһын инде: әлбиттә, яҡшылыҡ насарлыҡты еңә һәм өр-яңы йыл килә! Яуызлыҡ мәктәбе уҡыусылары ла Ҡыш бабайҙың  Изгелек мәктәбенә килергә ҡарар итә.

Республика шыршыһы байрамында булыу балаларға бик оҡшаған. Күгәрсен районынан Мораҡтағы балалар ижады үҙәге директоры Сөмбөл Йәркәй ҡыҙы Хафизова етәкселегендә 7 уҡыусы килгән. Улар – уҡыу алдынғылары. Күптәренең аталары махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Теләүембәт мәктәбенең IX синыфынан Ислам Мөхәмәтов менән танышабыҙ. Иҡтисад, физика, башҡорт теле, инглиз теле буйынса олимпиадалар призёры икән. Күп балалы ғаиләнән.

– Миңә байрам бик оҡшаны. Сәхнәнең биҙәлешен, актёрҙарҙың сағыу костюмдарҙа ролдәрен матур итеп башҡарыуын күрҙек. Беҙ Өфө районы Йоматауҙағы «Патриот» хәрби-патриотик лагерына килеп урынлашҡайныҡ. Һәйбәт йыһазландырылған, рәхәтләнеп ял итеп була. Унда ла шыршы янында дискотека, уйындар ойошторолдо, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул.

Ҡыш бабай кейемендәге Азамат Дәүләтбирҙин Сибай  гимназияһынан, дүртенселә уҡый икән. Рәмилә Торомтаева етәкселегендәге «Балапандар» театр түңәрәгенең әүҙем ағзаһы. Атаһы – махсус хәрби операцияла.

Республика Яңы йыл шыршыһы байрамына килгән һәр бала Мостай Кәримдең башҡорт һәм урыҫ телдәрендә сыҡҡан «Беҙҙең өйҙөң йәме» китабы һәм тәмле сувенир һалынған биштәр менән бүләкләнде.

                                 

 

Яңы йыл, тылсым, мөғжизә
Яңы йыл, тылсым, мөғжизә
Яңы йыл, тылсым, мөғжизә
Яңы йыл, тылсым, мөғжизә
Яңы йыл, тылсым, мөғжизә
Яңы йыл, тылсым, мөғжизә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: